«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иң сибәр ҡыҙға 100 мең һум



10.04.2019 Иң сибәр ҡыҙға 100 мең һум

Яҙ етеп, ер йөҙө йәшеллеккә төрөнә башлаған мәлдә республикабыҙҙа бер-бер артлы матурлыҡ конкурстары үткәрелә башлай. 13 апрелдә, "Мисс Башҡортостан - 2019" төп республика конкурсы үҙ еңеүсеһен билдәләйәсәк. Еңеүсе ҡыҙ 100 мең һум менән бүләкләнә һәм халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында республика данын яҡлап сығыш яһаясаҡ.

Әлеге ваҡытта ҡыҙыу репетициялар бара. Финалға үткән 18 ҡыҙ иртәнән кискә тиклем конкурсҡа әҙерләнә, күлдәктәр һайлай, фотосессиялар үткәрә. Конкурстың финалы "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтсәк. Ә тамашасылар https://vk.com/miss_bashkortostan ссылкаһына үтеп, оҡшаған гүзәлкәйгә тауыш бирә ала





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға