«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөнгө иң популяр яңылыҡ



10.04.2019 Бөгөнгө иң популяр яңылыҡ

Бөгөн иң популяр яңылыҡ — ҡыҙҙар һуғышы. Интернетта Октябрьский ҡалаһы мәктәптәренең береһендә уҡыусы 5-се һәм 6-сы класс ҡыҙҙары һуғышы видеоһы киң таралған. Уларҙы уратып алған үҫмерҙәр ҡыҙҙарҙы айырмай, ә киреһенсә, дөрөҫ итеп һуғышырға кәңәш бирә, дәртләндерә һәм рәхәтләнеп көлә. Видео аҙағында береһе ерҙә ятҡанының башына бер-нисә тапҡыр ныҡ итеп һуға. Тегеһе ҡымшанмай ҙа ятып ҡала.


"Еңеүсе" ҡыҙ полицияға, балиғ булмағандар инспекцияһына килтерелгән. Талаштың сәбәбе — социаль селтәрҙә әхирәттәрҙең береһе һалған фото, баҡһаң. Был хәл икенсеһенә оҡшамаған булған. Иреш йоҙроҡҡа тиклем барып еткән.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: newsbash.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға