«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт авторҙары Рәсәй баҫмаһында



10.04.2019 Башҡорт авторҙары Рәсәй баҫмаһында

Мәскәү ҡалаһында "Современная литература народов России" серияһында "Проза. Антология" китабы донъя күрҙе.

Унда күренекле башҡорт яҙыусылары Әмир Әминев ("Трижды семь"), Гөлсирә Ғиззәтуллина ("Та же душа"), Мөнир Ҡунафиндарҙың ("Под устаревшим Солнцем") әҫәрҙәре ингән. Баҫмала шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ҡыҫҡаса мәғлүмәт тә бирелгән. Китаптың тиражы 1500 дана, ул "Культура России" маҡсатлы программа ярҙамында донъя күрҙе. Антологияла 50 халыҡтың ижадсылары тәҡдим ителгән.

Быға тиклем "Современная литература народов России" серияһында "Шиғриәт" һәм "Балалар әҙәбиәте" антологиялары сыҡҡайны.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Юлай Кәримов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға