«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сүп-сар тапшыр ҙа аҡса ал!



10.04.2019 Сүп-сар тапшыр ҙа аҡса ал!

Рәсәйҙә ҡыйға ҡаршы нисек кенә көрәшергә белмәйҙәр. Быйыл Рәсәй экологик операторы (РЭО) файҙаланылған һауыттар өсөн автомат системаһын уйлап табасаҡ.


Уның исемен уйлап сығарғандар ҙа — фандомат. Әлеге ваҡытта ул бер-нисә Европа илдәрендә уңышлы эшләп килә. Әгәр ҙә фандоматҡа буш шешә, төргәк, алюмин банка төшөрәһең икән, был һауыттың хаҡына торошло сумма алаһың.

Тәүге фандоматТүбәнге Новгород ҡалаһында барлыҡҡа киләсәк тип көтөлә.
Бындай автоматтар Рәсәйгә ны-ыҡ күп кәрәгәсәк, ивет?!





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға