«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҡъярҙа “PRO-каникулдар” үткән



10.04.2019 Аҡъярҙа “PRO-каникулдар” үткән

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Сәлимә БАЙГИЛДИНА-ҒАФАРОВА хәбәр итә:

- Балаларҙың яҙғы ялында Аҡъярҙың 2-се мәктәбендә “PRO-каникулдар” уңышлы үтте. Уны район мәғариф идараһының методик отделы һәм мәктәп етәкселеге ойошторҙо. Көндөҙгө лагерҙы асыу тантанаһында ғалим Альберт Эйнштейн (Арыҫлан Ҡыуатов башҡарыуында) менән “Фәндәр хоры” сығыш яһаны.

Аҡъярҙың 1-се, 2-се һәм Бүребай мәктәптәренең 7-8 кластары, йәмғеһе 100 уҡыусы - математика, химия, география, биология, сит ил теле буйынса олимпиадаларҙа еңеүселәр йыйылған ине. Уларға көн дә Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарынан әйҙәүсе уҡытыусылар өсәр сәғәт белем бирҙе. Балалар менән вожатыйҙар Динә Мөхәмәтйәнова, Йәзилә Ҡоҙабаева, Альбина Вирясова, Айгөл Байсурина, Зөлфиә Юлдашбаева эшләне.

“PRO-каникулдар” аҙағында фәнни-ғмәли конференция үтте. Унда уҡыусыларҙың проекттары күрһәтелде. Смена япҡанда лагерь кураторы Эйнштейн “отличниктарҙы”, конференция һәм конкурстарҙа еңеүселәрҙе билдәләне.

Профилле лагерь ойоштороусыларға ла, балаларға ла бик оҡшаны, ул артабан йәйге каникулда ла эшен дауам итәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға