«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Пьеса яҙ ҙа 150 мең һум ал



09.04.2019 Пьеса яҙ ҙа 150 мең һум ал

Башҡортостанда драматургтар (пьеса яҙыусылар) өсөн шәп конкурс старт алды. Бүләкләү суммаһы ла ымһындыра.

Конкурста республикала йәшәүсе авторҙар ҡатнаша ала.
Приз фонды: беренсе урынға – 150 000 һум
Икенсе урынға – 100 000 һум
Өсөнсө урынға – 50 000 һум.

Рус, башҡорт, татар телендә яҙырға мөмкин. Пьеса ике акттан торорға тейеш. Үҙенсәлекле булһын, башҡа әҫәрҙәрҙән төҙөлгәне ҡабул ителмәй. Бер автор бер пьеса тапшыра.

Конкурс ике этаптан тора. Тәүгеһе – конкурсҡа ҡабул итеү, тикшереү – 2019 йылдың 15 ноябренә тиклем. Икенсе этабы – йомғаҡлау, еңеүселәрҙе билдәләү – 15 декабргәсә.

Түбәндәге адресҡа ебәрергә: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 94-се йорт. Бәҙәр Йосопова исемендәге Актер йорто.
Телефон: (347) 273-15-09. Электрон адрес: stdrbufa@yandex.ru.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға