«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бал ҡорттарын тикшертегеҙ!



09.04.2019 Бал ҡорттарын тикшертегеҙ!

Бал ҡорттарығыҙ нисек ҡышлаған? Ауырыуҙарға бирешмәгәндәрме?

БР Ветеринария идаралығы 16 апрелдән бал ҡорттары ауырыуҙарын тикшереү буйынса мобиль диагностика лабораторияһы менән райондар буйлап йөрөйәсәк. Умартасылар үлгән ҡорттарын бушлай тикшертә ала. Белгестәр тикшереп, нәҙекәйбилдәрҙең ниндәй сир менән зарарланғандарын әйтәсәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Интернеттан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға