«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Быйыл 21 мәктәп сафҡа инәсәк



09.04.2019 Быйыл 21 мәктәп сафҡа инәсәк

Быйыл республикала 21 мәктәп төҙөләсәк, уларҙың 11 — балалар баҡсаһы менән ҡушылған буласаҡ. Был хаҡта Радий Хәбиров БР Ҡоролтай – Дәүләт Думаһы ултырышында сығыш яһаны.


— Былтыр, федераль аҡсаны йәлеп итеп, Стәрлетамаҡта ҙур мәктәп төҙөлдө. Тағы өс мәктәп ишектәрен асты, шуларҙың береһе — балалар баҡсаһы менән. Шулай уҡ өс балалар баҡсаһы биналары ҡабаттан һатып алынған, береһе – мәктәп менән ҡушылған. “Үргә ос” сығарылыш уҡыусылары проектына старт бирелде. Уҡыусыларҙың үҙ-үҙен үҫтереүгә шарттар булдырыу өсөн биш көнлөк уҡыу программаһына күсеү башланды, — тине Башҡортостан Башлығы в.в.б Радий Фәрит улы.

Республиканың 100 йыллығына әҙерлек барышында ауылдарҙа төҙөлгән мәҙәниәт йорто - 5, ә модернизацияланғаны — 15.

2018 йылда төбәктә 5 яңы спорт объекты сафҡа индерелгән, әлеге ваҡытта тамамланыу этабында — 14 объект, тағы 4-әһе проектлана.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға