«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Соҡорҙо ямайҙар, тимәк "Дорожный эксперт" эшләй!



09.04.2019 Соҡорҙо ямайҙар, тимәк "Дорожный эксперт" эшләй!

Кисә беҙ телефондар өсөн "Дорожный эксперт" ҡушымтаһы тураһында хәбәр иткәйнек. Уның буйынса юл соҡорон фотоға төшөрөп ебәрергә, унан һуң өс көндән юлды тәртипкә килтереүҙәрен күҙәтергә мөмкин. Бер юлы Матбуғат йорто алдындағы тәрән соҡорҙо төшөрөп ебәрҙек.

Әлеге минуттарҙа бина янында коммуналсылар эшләй. Улар соҡор урынын фрезалап таҙартҡан, асфальт йәйеп тигеҙләп йөрөйҙәр ине.
Фотоға төшөргәндә "Чего снимаем?" тип бер кеше бәйләнеп алды, башлыҡтары ахыры. "Беҙҙең заявка буйынса юлды ямайҙар" тинек.

Урамдағы йәки ихаталағы юл соҡоро, асфальт сатнауын яматыр өсөн:
1) App Store, Google play кибеттәре аша телефонға "Дорожный эксперт" приложениеһын ҡуйырға;
2) Исем-фамилия, электрон почта, һәм пароль яҙып, теркәлергә;
3) Мотлаҡ рәүештә геолокацияға рөхсәт бирергә;
4) Соҡор янына барырға, «Новая яма» кнопкаһына баҫырға, «На дороге» йәки «Во дворе» тип һайларға;
5) Соҡорҙо фотоға төшөрөргә, кәрәкһә адрес яҙырға йәки комментарий ҡалдырырға.
6) "Готово" кнопкаһына баҫырға.


Һеҙ еткерергә теләгән соҡор тураһындағы мәғлүмәт "Шәхси кабинет"та һаҡлана. Унан һуң ул бер эш көнө дауамында тикшерелә һәм юл өсөн яуаплы ойошмаға тапшыра. Улар өс көн дауамында соҡорҙо ямарға тейеш. Ғариза үтәлгәс, уның фотоһы "Шәхси кабинет"ҡа китәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға