«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » + 16 градусҡа тиклем йылытасаҡ



09.04.2019 + 16 градусҡа тиклем йылытасаҡ

Иртәгә, 10 апрелдә Башҡортостанда яуым-төшөмһөҙ һауа торошо күҙәтеләсәк. + 16 градусҡаса йылы булыуы көтөлә. Төндә һыуыҡ, + 4 градус торасаҡ. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан иҫәсәк.

Синоптиктар алдағы ике көндөң ямғырһыҙ йылы тороуын күҙаллай.

Өфөлә лә яуым-төшөмһөҙ һауа торошо, + 16 градусҡаса йылы көтөлә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға