«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тәүге умырзаялар сыҡты



09.04.2019 Тәүге умырзаялар сыҡты

Ҡар иреп бөтөү менән яҙҙың тәүге сәскәләре күренә. Әле Өфөнөң ботаника баҡсаһында ла беренсе умырзаялар баш ҡалҡытҡан.

Белгестәр әйтеүенсә, улар быйыл былтырғыға ҡарағанда ике аҙнаға алдараҡ сыҡҡан.
Ғүмерҙәре бик ҡыҫҡа инде – ике-өс аҙна ғына ултыралар. Күрергә өлгөрөгөҙ.

Умырзаяларҙың күп төрө Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Өҙөргә ярамай. Йыйған, һатҡан, һатып алған, һаҡлаған, ҡайҙалыр ебәргән өсөн штраф күләме физик шәхестәргә – 2,5 – 5 мең, вазифалы шәхестәргә – 15 –20 мең, ойошмаларға 100 – 500 мең һумға тиклем.

Бынан тыш, тәбиғәткә зыян килтергән өсөн һәр өҙөлгән умырзаяға 300-әр һум түләргә кәрәк буласаҡ. Үҫкән ерен юҡҡа сығарған өсөн гектарына 450 мең һум түләү ҡаралған.

Лутсы, матууур сәскә, тип кенә ҡарап һоҡланырға инде, ниңә күрә тора өҙөргә, ти.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға