«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһында МФЦ асылды!



09.04.2019 Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһында МФЦ асылды!

Баймаҡ районының Темәс ауылында "Минең документтар" күп функциялы үҙәгенең бүлексәһе эшләй башланы. Ул ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһында урынлашҡан.

Хәҙер Темәс, Әмин, Ишей, Бетерә, Ҡолсора, Муллаҡай, Ике Иҙрис, Өмөтбай, Билал, Һәмән, Күгиҙел халҡына Баймаҡҡа барырға кәрәкмәйәсәк! Ике йөҙҙән ашыу документ, белешмә хәҙер Темәстә эшләнәсәк!

Темәстәге МФЦ дүшәмбе – йома көндәре эшләй. Граждандарҙан һәм юридик шәхестәрҙән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә документтарҙы «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса ҡабул итәсәк. Алдан яҙылыу талап ителмәй. Өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе 8 (34751) 2-27-24 телефондары аша белергә мөмкин.

Әйткәндәй районда МФЦ бүлексәләре Ниғәмәт, Йомаш һәм башҡа ауыл биләмәләрендә лә асыласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға