«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фсе!



08.04.2019 Фсе!

Фсе!«Салауат Юлаев» өсөнсө овертаймда «Авангард»тан еңелде һәм Гагарин кубогы өсөн көрәштән төшөп ҡалды.
Миҙгел өсөн рәхмәт!

Һәр бер еңмәү -
Ул еңелеү түгел,
Була аҡланғаны уның да.
Һиҙҙегеҙме,
Беҙҙе берҙәмлеккә
Этәрҙегеҙ ошо уйында.

Йәш араһы, енес айырмаһы,
Сәйси һәм матди һорауҙар
Ситкә күсте.
Кемдер эстән яна,
Йә һөрәнләй:
“Туҡта!”,
“Алға бар!”

Салауаттың йөҙө ҡыҙарманы
Ысын егеттәрсә алыштан.
Беҙҙекеләр түгел башын эйгән,
Түгел улар артыҡ ҡалышҡан!..

Йәндә ҡалды моңһоу бер яҡтылыҡ ҡына.
Үпкә, ғәрлек хисе юҡ унда.
...Ҡай саҡ була икән
Еңмәйсә лә,
Еңеү яулап ҡыҙыу уйында.

Олеся



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ХК СЮ



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға