«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Туғандарың ҡайҙа, яугир?



08.04.2019 Туғандарың ҡайҙа, яугир?

Башҡортостан эҙәрмәндәре Бүздәк районының Күбәк ауылынан һуғышҡа алынған Бөйөк Ватан һуғышы яугире, кесе лейтенант, 1923 йылғы Көфйәр Батыровтың туғандарын эҙләй. Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында уның шәхси әйберҙәре табылған. Взвод командиры 1943 йылдың 10 ғинуарында Сталинград янында 147-се бейеклекте алғанда һәләк булған. Документтарҙа күрһәтелгәнсә , әсәһенең исеме - Ғәмилә Батырова. Әгәр ҙә уның тураһында мәғлүмәттәр билдәле булһа, 8-917-443-89-89 и 8-963-909-19-70 телефондары буйынса эҙәрмәндәргә хәбәр итә алаһығыҙ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Интернеттан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға