«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл соҡорон телефонға төшөр ҙә ебәр



08.04.2019 Юл соҡорон телефонға төшөр ҙә ебәр

Өс көндә килеп ямарға тейештәр

Яҙ тамам етте, ҡар-боҙ иреп бөттө тиерлек. Юлдарҙағы соҡор-саҡыр ҙа асылды. Ошоно күҙ уңында тотоп, Башҡортостанда "Дорожный эксперт" телефон ҡушымтаһы эшләй башланы.

Урамдағы йәки ихаталағы юл соҡоро, асфальт сатнауын яматыр өсөн:
1) App Store, Google play кибеттәре аша телефонға "Дорожный эксперт" приложениеһын ҡуйырға;
2) Исем-фамилия, электрон почта, һәм пароль яҙып, теркәлергә;
3) Мотлаҡ рәүештә геолокацияға рөхсәт бирергә;
4) Соҡор янына барырға, «Новая яма» кнопкаһына баҫырға, «На дороге» йәки «Во дворе» тип һайларға;
5) Соҡорҙо фотоға төшөрөргә, кәрәкһә адрес яҙырға йәки комментарий ҡалдырырға.
6) "Готово" кнопкаһына баҫырға.

Һеҙ еткерергә теләгән соҡор тураһындағы мәғлүмәт "Шәхси кабинет"та һаҡлана. Унан һуң ул бер эш көнө дауамында тикшерелә һәм юл өсөн яуаплы ойошмаға тапшыра. Улар өс көн дауамында соҡорҙо ямарға тейеш. Ғариза үтәлгәс, уның фотоһы "Шәхси кабинет"ҡа китәсәк.

Өфөләге "Матбуғат йорто" янындағы кеше һыйырлыҡ соҡорҙо төшөрөп ебәрҙек. Өс көн көтәбеҙ инде... Хәбәр итербеҙ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға