«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Русса һәм инглизсә китап - ҡунаҡтарға бүләк



08.04.2019 Русса һәм инглизсә китап - ҡунаҡтарға бүләк

«Башкирская Пресса» матбуғат йорто «Республика Башкортостан. 100 лет» («Republic of Bashkortostan 100 years») баҫмаһын нәшер итте. Ул инглиз һәм рус телдәрендә һәм рәсми ҡунаҡтарға бүләк итеү, сит илгә алып барыу өсөн тәғәйенләнгән. Бының өсөн эстәлеккә республиканың киләсәккә ынтылған иҡтисад, мәҙәниәт һәм сәнғәт үҙәге икәнен күрһәткән мәҡәләләр тупланған.

Китапты 22-23 мартта үткәрелгән юбилей сараларында кешегә күрһәттеләр. Киләсәктә ул халыҡ-ара, федераль һәм төбәк осрашыу-фестивалдәрендә, байрамдарында ҡунаҡтарға бүләк ителәсәк, һатып та алырға мөмкин буласаҡ.

Баҫманың электрон варианты ла бар.
Ул ошо һылтанма буйынса:
https://ru.calameo.com/read/00494592634c58c6ee6de





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Ойоштороусылар


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға