«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Таң атҡансы – миллионер



08.04.2019 Таң атҡансы – миллионер


Таң атҡансы – миллионер Халыҡты алдайҙар, тип ышанмаған булабыҙ. Лотереяларҙа, ысынлап та, миллионлап аҡса оторға була. Ҡазан ҡалаһынан Андрей исемле 25 йәшлек риелтор егет «Столото» лотереяһында 155 млн. отҡан. Ҙур суммала аҡсаның эйәһе булыуына тәүҙә ышанмаған. Лотереяның контакт үҙәгенә шылтыратҡас ҡына үҙенең миллионер булыуына инанған.
Егет аҡсаларының бер өлөшөн мәрхәмәтлелеккә йүнәлтергә һәм ҡалғанына Мәскәүҙән фатир һатып алырға йыйына. «Столото»ла ошоға тиклем ике кеше суперприз – 500-әр миллион аҡса отҡайны.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Интернеттан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға