«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Грек-рим көрәше буйынса Волга буйы федераль округы беренселеге - беҙҙә!



08.04.2019 Грек-рим көрәше буйынса Волга буйы федераль округы беренселеге - беҙҙә!

Мәртәбәле һәм оло ярыш 11 апрелдә Октябрьский ҡалаһында старт аласаҡ. Унда 16 йәшкәсә үҫмерҙәр ҡатнаша. Спорт сараһы Ватан геройҙары хәтеренә арналасаҡ.

Иң тәүҙә кесе йомала "Һалдат уйҙары" мемориаль комплексына сәскәләр һалыу һәм 150 уҡыусыны "Юнармия" төбәк хәрәкәтенә ҡабул итеү ойоштороласаҡ. Мәңгелек ут янында ла хәтер сараһы үтәсәк. Артабан билдәле спортсылар, тренерҙар һәм сәйәсмәндәр менән осрашыу буласаҡ.

Грек-рим көрәше буйынса Волга буйы федераль округы беренселегендә 13 ил төбәгенән 350 спортсы ҡатнашасаҡ. Башҡортсотанда унда Өфө, Октябрьский, Белорет, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Нефтекама, Сибай, Яңауыл, Ағиҙел һәм Бәләбәй балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәренән 75 үҫмер ҡатнашасаҡ. Еңеү яулаусылар һәм призерҙәр май айында Владимир ҡалаһында үтәсәк Рәсәй кимәле ярышына ҡатнашырға хоҡуҡ аласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Ойоштороусылар


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға