«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Силсәүит булһаң, айыҡ бул!



08.04.2019 Силсәүит булһаң, айыҡ бул!

Хәйбулла районының Маҡан һәм Яңы Ергән ауылдары биләмәләре башлыҡтары шаһит булараҡ судҡа саҡыртылған. Чиновниктар килеүен – килгән, тик иҫерек көйөнсә. Судья ултырышты кисектерергә мәжбүр булған.


Ул ғына түгел, силсәүиттәрҙең береһе, суд бинаһынан сығып рулгә ултырған. Уны ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре туҡтатҡан һәм протокол төҙөгән.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары булған был икәү мандаттарынан да ҡолаҡ ҡаҡҡан. Әгәр ҙә, “Берҙәм Рәсәй” эскесе етәкселәр партияның намыҫын һәм абруйын төшөрә тип иҫәпләй икән, ни өсөн улар муниципаль хеҙмәткәр булараҡ дискредитацияланмай? Был һорауға район хакимиәте башлығы, район Советы һәм муниципаль берәмектәрҙең депутаттар корпусына бирергә тейештер.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға