«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Стәрлетамаҡ районында - яңы башлыҡ



08.04.2019 Стәрлетамаҡ районында - яңы башлыҡ

Стәрлетамаҡ районында - яңы башлыҡСтәрлетамаҡ районын хәҙер Әнүәр Абдрафиҡов етәкләйәсәк.

Бының турала бөгөн республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәбәр итте. Элекке район етәксеһе Рөстәм Баһауетдинов үҙ теләге менән отставкаға сыҡҡан.

Әнүәр Рауил улы Абдрафиҡов 1954 йылдың 12 авгусында Стәрлетамаҡта тыуған. Тыуған ҡалаһында пединститут һәм Свердловскийҙа Урал социаль-сәйәсән институтын тамамлаған. Комсомол, партия органдарында эшләгән, аҙаҡ Стәрлетамаҡ совхоз техникумында вазифалар атҡарҡан. 1989 йылдан «Рощинский» совхозын етәкләгән. Күп төрлө наградалары бар.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға