«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Театр ҙа китапханала



08.04.2019 Театр ҙа китапханала

Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ваҡытлы баҫма бүлегендә "Театр – үҙенсәлекле һәм матур донъя" исемле күргәҙмә асылды. Ул Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылына бағышланған.

Күргәҙмәлә "Театр – тылсымлы донъя" һәм "Рух бейеклеге һағында – быуат буйы…" бүлектәре бар. "Театр – тылсымлы донъя" бүлеге Башҡортостан Республикаһының театр тормошон яҡтырта. Ә "Рух бейеклеге һағында – быуат буйы…" бүлеге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 100 йыллығына арналған. Күргәҙмәлә театр тарихы, актерҙар, спектаклдәр тураһында тулы, бай мәғлүмәт бирелгән.
Күргәҙмәгә килеүселәр төрлө битлектәр менән фото зонаһында селфи эшләй ала





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: мәҙәниәт министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға