«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Әсәлек капиталы” буйынса яңы үҙгәреш көтөлә



08.04.2019 “Әсәлек капиталы” буйынса яңы үҙгәреш көтөлә

Бик күптәр был аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотоноп ҡыуана. Тик закон боҙоусылар ҙа юҡ түгел. Капиталды аҡсаға әйләндереп, дәүләтте төп башына ултыртыусылар бар арабыҙҙа.


Ғаилә иҫке йәки ата-әсәһенең йортон "һатып" ала ла, сертификатты аҡсаға әйләндерә. Ә риелторҙар был мутлыҡ буйынса оҫтарып бөткән, үҙҙәренә процент ҡына тамһын!
Тиҙҙән яңы закон буйынса, Пенсия фонды һатып алынасаҡ торлаҡтың хәлен тикшерәсәк. Урындағы үҙидаралыҡ, дәүләт торлаҡ күҙәтеүе хеҙмәте лә ҡатнашасаҡ. Улар биргән мәғлүмәткә таянып ҡына Пенсия фонды рөхсәт бирәсәк.

Иҫке һәм емерек өй һатып алыуға шул рәүешле сик ҡуйыласаҡ.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға