«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡот осҡос авария. Был юлы Нуриман районында.



08.04.2019 Ҡот осҡос авария. Был юлы Нуриман районында.

Кисә Нуриман районының Байгилде ауылы эргәһендә ҡот осҡос авария була. “Рено Логан” менән ВАЗ 21099 автомобилдәре бәрелешә, Рәсәйҙә етештерелгән машина ике өлөшкә бүленә, ике водитель дә шунда уҡ һәләк була. Дүрт пассажир дауаханаға оҙатыла.

БашДТП төркөмөндә яҙыуҙарынса, ВАЗ-дың 32 йәшлек водителе иҫерек булған. Әле төркөмдә фекер алышыуҙар дауам итә. Фажиғә урынына килгән медсестра, ике водитель дә үлгән, тип һығымта яһай. Әммә шаһиттарҙың береһе, водителдең дуҫы, уның пульсы бар ине, ти. Шунда уҡ дауаханаға ебәрәләр, тик водитель барып етә алмай, барыбер йән бирә.





Автор: Дәүләт Бәков
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға