«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Миллион һум аҡсаны – ҡыйлыҡҡа



08.04.2019 Миллион һум аҡсаны – ҡыйлыҡҡа


Була бит шундай иғтибарһыҙ кешеләр.
Төмәндә йәшәүсе бер ғаилә фатирын һатҡас, миллион һум аҡсаһын өйҙә һаҡлаған. Фатирҙа йыйыштырғанда яңылыш аҡса һалынған пакетҡа сүп- сар тейәп, уны контейнерға сығарып ташлағандар. Табыштарының юғалыуын белгәс тә, аҡсалы моҡсайҙы сығарып ташлауҙары иҫтәренә төшкән. Әйберҙе сүп полигонынан эҙләргә тура килгән. 12 тонна ҡыйҙы сортировкалағандан һуң ғына аҡса һалынған моҡсай табылған.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Интернеттан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға