«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостандың көньяғында "Балалар - балаларға: беҙҙең йөрәктәр музыкаһы" проекты ҙур сара уҙғарасаҡ.



05.04.2019 Башҡортостандың көньяғында "Балалар - балаларға: беҙҙең йөрәктәр музыкаһы" проекты ҙур сара уҙғарасаҡ.

Башҡортостандың көньяғында "Балалар - балаларға: беҙҙең йөрәктәр музыкаһы" проекты ҙур сара уҙғарасаҡ.9-11 апрелдә Мәләүездә, Мораҡта һәм Күмертауҙа үтәсәк концерттарҙы һәм оҫталыҡ дәрестәрен Владимир Спиваковтың Башҡортостандағы хәйриә фонды ойоштора.

Программала Ева Миңлеәхмәтова (фортепиано), Мария Моторина (скрипка), Никита Бережнев (баян), Линара Ҡәйепова (гитара) һәм Яна Штин (виолончель) сығышы ҡаралған.

Проект педагогтары, РБ атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Валентина Старикова менән Миңлевәли Сафин оҫталҡ дәрестәре күрһәтәсәк.

Уларға Мәскәү ҡунағы, Дәүләт концерты артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, П.Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы доценты, С.И. Танеев исемендәге үҙәк һәм балалар музыка мәктәбенең скрипка класы буйынса уҡытыусыһы Анна Соколова ла ҡушыласаҡ.

"Балалар - балаларға: беҙҙең йөрәктәр музыкаһы" проекты йыл дауамында республиканың 25 урынында үтәсәк. Ул Рәсәй Президенты гранты менән финанслана, концерттар тамашасылар өсөн бушлай.

#ДетиДетямМузыкаНашихСердец #ФондСпиваковаБашкортостан #Благотворительныйконцерт #владимирспиваков #фондспиваковарб





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға