«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сирҙе ваҡытында асыҡлау – һауығыуға илткән төп аҙым



05.04.2019 Сирҙе ваҡытында асыҡлау – һауығыуға илткән төп аҙым

Ауырыуға ни тиклем иртәрәк дөрөҫ диагноз ҡуйыла, дауалау ҙа шул тиклем һөҙөмтәлерәк һәм һауығыуға ла ышаныс ҙурыраҡ. Айырыуса яман шеште ваҡытында асыҡлау мөһим. Юҡҡа ғына уны мәкерле сир тимәйҙәр. Беренсенән, бер нисек тә үҙен һиҙҙермәй генә башланып китеүе ихтимал, икенсенән, тиҙ таралыу хәүефе көслө.

Өфөнән үҙен һау-сәләмәт тойған ҡатындың тура эсәгендә яман шеш ауырыуы булыуы осраҡлы рәүештә генә асыҡлана. Скрининг үткән ваҡыт­та организмында үҙгәрештәр булыуы күренә, һуңынан ентекле­рәк тикшереү иһә яман шеш ауырыуының башланып тороуын күрһәтә. Ауырыуҙың тәүге ста­дияһында асыҡланыуы опера­цияның еңелерәк ысулын – лапароскопияны һайлау мөмкин­леге бирә. Республика клиник онкодиспан­серының баш табибы урынбаҫары Рөстәм Әйүпов әйтеүенсә, бындай операция ваҡытында ҙур киҫем эшләнмәй, ә бер нисә тишек аша ғына махсус приборҙар менән барлыҡҡа килгән шеш алып ташлана. Операция үткәргән кешегә аяҡҡа баҫып китеү өсөн дә оҙаҡ ваҡыт кәрәкмәй, бер аҙнанан ул тулыһынса ғәҙәти тормошҡа ҡайта ала.

Сир тәүге стадияһында асыҡ­ланғанда, химиотерапия ла талап ителмәй. Күреүебеҙсә, ваҡы­тында диагноз ҡуйылыуҙың ыңғай яҡтары күп. Һуңғы ваҡытта республикала быға ҙур иғтибар бирелә. 2018 йылда скрининг программаһы юлға һалынды. Әйткәндәй, был анализды тапшырыу бушлай. Уны һәр кем үҙе йәшәгән урында үтә ала. Статистика буйынса, тура эсәктә яман шеш ауырыуы күберәк 50 йәште уҙғандарҙа күҙәтелә. Һөҙөмтәлә былтыр, 2017 йылға ҡарағанда, яман шеш ауырыуы 8,8 процентҡа күберәк асыҡланған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онкологик сирҙәр көсәйә, уларҙы дауалаусы кадрҙар етмәй. «Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 196 онколог эшләй, шуларҙың 90-дан ашыуы – онкодиспансерҙа. Беҙ әлегә кадрҙар менән 66 процентҡа ғына тәьмин ителгәнбеҙ, тағы ла 150-нән ашыу онколог талап ителә. 1 апрелдән республикала дүрт амбулатор онкология ярҙамы күрһәтеү үҙәге асылды. Ундай 13 үҙәк буласаҡ. Был медицина үҙәктәрендә диагностика үт­кәреп кенә ҡалмай, ауырыу­ҙарҙы дауалау ҙа күҙ уңында тотола. Әлбиттә, халыҡҡа квалификациялы ярҙам күрһәтеү өсөн белгестәр талап ителә», – тине Республика клиник онкология диспансерының баш табибы Рус­лан Солтанов журналистар менән осрашыуҙа.

Өфөгә эш сәфәре менән килеүсе Рәсәйҙең баш онкологы Андрей Каприн: «Яман шеш – ул ололар ауырыуы. Күберәк 60 – 65 йәште уҙғандарҙа күҙәтелә. Онкология менән сирләүселәр һанының әҙ булыуын да гел генә яҡшы күрһәткес тип ҡабул итергә ярамай. Ул диагностиканың насар эшләүен дә күрһәтә. Һөҙөмтәлә кеше бик һуң, сир дауалап булмаған стадияға еткәс кенә, табиптарға мөрәжәғәт итә. Шунан үлем осрағы ла арта. Ә ваҡытында асыҡланғанда, яман шеш – дауалап була торған ауырыу», – тине һәм Башҡортостан табиптарының эшен яҡшы яҡтан баһаланы. Ул килтергән һандар буйынса ла беҙҙең республикала хәл бик насарҙан түгел.

Ни генә тиһәк тә, һәр кем үҙенең организмына, һаулығына ҡарата иғтибарлы булырға тейеш. Табиптарға күренеп тороуҙан да баш тартырға ярамай. Шул осраҡта ғына һау­лығыбыҙҙы һаҡлап, ғүмеребеҙҙе оҙайтырға өлгәшербеҙ.





Автор: С. Лотфуллина
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға