«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иғтибар! Поезға һуңлап ҡуймағыҙ!



05.04.2019 Иғтибар! Поезға һуңлап ҡуймағыҙ!

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы 8 апрелдән Белорет-Инйәр поезы хәрәкәтендә үҙгәрештәр тураһында хәбәр итә.

Белорет станцияһынан состав Өфө ваҡыты менән иртәнге 5 сәғәт 26 минутта, йәғни быға тиклемгенән 4 минутҡа алдараҡ ҡуҙғала. Инйәргә иһә 7 сәғәт 16 минутта килеп етә.

Хәрәкәт теҙмәһенә үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәт станция-вокзалдарҙа, матбуғат сараларында, компанияның рәсми сайтында урынлаштырылған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: trainpix.org


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға