«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Овечкин НХЛ тарихын яҙа



05.04.2019 Овечкин НХЛ тарихын яҙа

НХЛ-дың «Вашингтон» клубында уңышлы сығыш яһаған билдәле Рәсәй һөжүмсеһе Александр Овечкин үҙенең һөҙөмтәһе менән хайран итә.

Быйылғы миҙгелдә ул командаһы өсөн 78 осрашыуҙа 51 тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, һигеҙенсе йыл рәттән дәғүәсе ҡапҡаһына 50-нән дә кәмерәк шайба индергәне юҡ. Был НХЛ тарихында өсөнсө күрһәткес булып һанала. Быға тиклем данлыҡлы Уэйн Гретцки менән Майк Босси туғыҙ миҙгел рәттән 50-әр шайба индереп, рекорд ҡуя. Хәҙер Овечкин НХЛ-дағы карьера­һында 658 тапҡыр уңышҡа ирешеп, дөйөм 13-сө урынға күтәрелде.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға