«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сиған сыҡһа алдыңа



04.04.2019 Сиған сыҡһа алдыңа

Әҙәм балаһының мөмкинлектәре сикһеҙ, теләй икән, һинең ышанысыңа инеп, үҙенең этлеген ҡыла, йә күҙеңде арбап аҡсаңдан яҙҙыра.
Өфө полицияһына 50 мең аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан бер ҡатын мөрәжәғәт итә. Ул банктан ҙур суммала аҡса алып, 8-се больницаға барырға сыға. Автомобиленә ултырып, китергә әҙерләнеүе була, тәҙрәһенә бер ҡатын шаҡып, 13-сө дауаханаға юлды өйрәтеп ебәреүҙе һорай. Ярҙамсыл ханым тәфсирләп юлды өйрәтеп ебәрә. Ярҙам йөҙөнән теге ҡатын кәрт һалдырып киләсәген юратырға тәҡдим итә. А. риза була һәм уға 50 һум аҡса һона. Әммә кәрт һалыусы унан баш тартта. Аҡсаны кире сумкаһына тыҡҡанда киләсәк юратыусы 50 меңде нисек сиған ҡатынына тотторғанын аңғармай ҙа ҡала. Барыһы ла томан эсендә кеүек кенә була. Иҫенә килгәс кенә аҡсаларының юҡлығын аңғарып ҡала. Аптыраған ҡатынға полицияға мөрәжәғәт итеүҙән сара ҡалмай.
Бурлыҡ менән шөғөлләнеүсе 63 йәшлек сиған ҡулға алынған. Урлашҡаны өсөн ул элек тә хөкөм ителгән булған.
Алтындарығыҙҙан, аҡсаларығыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡҡығыҙ килмәһә, сиғандар менән аралашмағыҙ. Арбайҙар икән улар.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Интернеттан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға