«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гемодиализға алып барыу өсөн субсидия бүленде



04.04.2019 Гемодиализға алып барыу өсөн субсидия бүленде

Бөйөрҙәре ауырыған кешеләрҙе ике-өс көнгә берҙе гемодиализға алып барып, ҡандарын таҙартыу тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Бығаса уларға махсус үҙәктәргә йөрөү бик ауырға тура килде. Кемдер кеше ялланы, бәғзеләр үҙ транспорты менән файҙалана ине.

Был оло проблема ошо арала хәл ителәсәк. БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 8 февралдә үк ведомство аҫтындағы дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына бөйөрҙәре менән интеккән пациенттарҙы өйҙәренән ярҙам күрһәтеү үҙәктәренә тиклем алып барыу өсөн субсидиялар бүлеү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Әлеге ваҡытта финанс ярҙам урындарға ебәрелде, ошо арала ауырыуҙарҙы ташыу ойоштороласаҡ. Иң беренселәрҙән субсидияны Сибай ҡалаһының "Нефролайн" гемодиализ үҙәге алды. Бындағы яһалма бөйөр аппаратына ҡаланан 22 кеше йөрөй. Ситтән килгән пациенттарҙың дауаланыу шарттары яңырҙы. Баймаҡ районынан - 12, Йылайырҙан - 3, Хәйбулланан йөрөгән 4 кешене хәҙер үҙәк транспорты өйҙән килеп ала һәм кире алып бара башланы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға