«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ошо ҡатын кем ул? Танымайығыҙмы?



04.04.2019 Ошо ҡатын кем ул? Танымайығыҙмы?

Рәсәй Эске эштәр министрлығының транспорт буйынса Өфө линия идаралығы баш ҡала аэропортында табылған ҡатындың шәхесен асыҡлауҙа ярҙам һорай.

Ул үҙен Марина Максимов тип таныштырған, атаһының исемен иҫләмәй. Ҡыҙ фамилияһы - Семина. "Мин 1958 йылды, хаҡлы ялдамын, Иваново ҡалаһында йәшәнем, балалар баҡсаһында тәрбиәсе, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләнем", - тигән. Өфөгә нисек килеп эләккәнен хәтерләмәй, Ивановонан Ҡаҙағстандың Усть-Каменогорск ҡалаһына машиналарҙа "попутка"ла юлға сыҡтым тип белдергән.

Әгәр ҙә һеҙ был ҡатынды танып белһәгеҙ, ошо телефондар буйынса шылтыратығыҙ: 8(347) 273-38-91; 8(347) 229-52-02.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: bashinform.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға