«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәкшәмбе йоҡлап ятма!



04.04.2019 Йәкшәмбе йоҡлап ятма!

7 апрель Өфөлә спорт һәм сәләмәт тормош алып барыусыларҙы сюрприз көтә. Салауат Юлаев майҙанында, “Торатау” Конгресс - холы алдында йылдың иң массалы зарядкаһы уҙасаҡ.


“Йондоҙ” менән зарядка” тип аталған акцияла еңел атлетика буйынса Паралимпия чемпионы Римма Батталова, “Салауат Юлаев” хоккей командаһының элекке капитаны Игорь Григоренко, элекке хоккейсы Руслан Нуретдинов һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.

Ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡлы спорт уйындары, ойоштороусыларҙан бүләк, “йондоҙ”ҙарҙың автографы һәм күңелле кәйеф көтә!





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға