«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Урал аръяғына саранча янай



04.04.2019 Урал аръяғына саранча янай

Климат прогнозы буйынса, йыл күп ағыулы ҡоротҡостарҙың үҫешенә уңайлы шарттар тыуҙырасаҡ. Был хаҡта БР буйынса “Россельхозцентр” филиалы етәксеһе Рөстәм Кирәйев Әбйәлил районында уҙған агрономия конференцияһында белдерҙе.


Ҡоротҡостарҙан һаҡланыр өсөн белгестәр апрель аҙағында Урал аръяғы һәм уның тирәләй урынлашҡан биләмәләргә фитосанитар мониторинг үткәрәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Ауыл хужалығы министрлығы янында күп ағыулы ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш һәм фитомониторинг буйынса штаб эшләй.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға