«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Таш күтәр һәм 5 мең һум аҡса от!



04.04.2019 Таш күтәр һәм 5 мең һум аҡса от!

Билдәле башҡорт баһадиры Эльбрус Ниғмәтуллин һәм эшҡыуар Денис Назаров яңы конкурс - таш күтәреү челленджы тураһында иғлан итте.

Уның шарттарына ярашлы, гранит кеүек тәбиғи ташты күтәрергә һәм "таш күтәрәм" тип әйтергә кәрәк. Быны видеоға төшөрөгөҙ һәм социаль селтәрҙәргә #ташкутарам һәм #аструмсибайскийполумарафон тип яҙып һалығыҙ.

Иң оригиналь һәм ҡыҙыҡлы роликтарҙы эшләүсе өс кешегә бишәр мең һум аҡса биреләсәк. Еңеүселәрҙе 21 апрелдә Сибайҙа үтәсәк Аструм Сибай ярым марафонында һайлаясаҡтар.

#ташкутарам #эльбруснигматуллин #челендж #подьемкамней





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға