«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҙғы ташҡын - 2019: йылғаларҙа һыу күтәрелә башланы



04.04.2019 Яҙғы ташҡын - 2019: йылғаларҙа һыу күтәрелә башланы

Республика йылғаларында яйлап һыу күтәрелә. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртәнсәк Бочкарево ауылы янында Дим йылғаһы тәүлек эсендә 35 сантиметрға артҡан - ул хәҙер 2 метр 75 см тәшкил итә.

Өфө янында Ағиҙел 24 см-ға артҡан һәм дөйөм алғанда гидропост нуленән 63 см кимәлдә тора.

Стәрлетамаҡ янында Ағиҙел 21 см-ға күтәрелгән. Дөйөм кимәл - 1 метр ҙа 56 см.

Шаҡша янында Ҡариҙел элекке күрһәткестәрҙе һаҡлай - 1 метр ҙа 34 см.

Белгестәр төбәктә көслө ташҡын булмай тиҙәр. Һыуҙың максималь кимәле нормаға яҡын һәм унан түбәнерәккә етәсәк.

Өфө янында Ағиҙелдең иң ҙур кимәле 560-660 см, Шаҡша янында Ҡариҙелдә - 620-720 см, Бочкарево янында Димдә 570-670 см көтөлә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: bashinform.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға