«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йырҙар бүләк итә "Апрель"



04.04.2019 Йырҙар бүләк итә "Апрель"

"Торатау" Конгресс-Холында "Апрель" конкурсына йомғаҡ яһала. Гала-концерт 7 апрель көнө 14.00 сәғәттә башлана. Был вокал конкурсы 2-се тапҡыр ойошторола. Унда 6 йәштән 16 йәшкә тиклемге йырға һәләтле балалар көс һынаша. Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр айырым баһалана.
Жюри ағзалары видеояҙмалар аша 2-се турға 76 бәйгесене саҡырған. Әйткәндәй, жюри составында Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев, ошо уҡ уҡыу йорто доценты Светлана Слягузова, йәш йырсылар Айгиз Ханов менән Екатерина Ямщикова һәм Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Гөлназ Усмановалар эшләй.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: мәҙәниәт министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға