«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сарбаев ҡайта



04.04.2019 Сарбаев ҡайта



Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Раил Сарбаевты үҙенең командаһына саҡырҙы. Республика етәксеһенең был ҡарарын уның аҡыллы аҙымы тип тип билдәләргә мөмкин. Яңы етәкселек Башҡортостанды үҫтереүҙе алға ҡуя.
Раил Сәлих улы Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһына етәкселек итәсәк. Ҙур даирәләрҙәге етәкселектә элекке Хөкүмәт рәйесенең тәжрибәһе етерлек. Уны күптәр талапсан етәксе итеп белә.
2008-2010 йылдарҙа Раил Сарбаев Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер - министры булып эшләне. Мортаза Рәхимов республика менән етәкселек иткән осорҙа «Үҙ йортом» программаһын башлап ебәреп, бюджет өлкәһендә эшләүсе бер нисә мең кешене йортло иткәйнеләр.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға