«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Май байрамдары ял килтерер



04.04.2019 Май байрамдары ял килтерер

Быйыл Рәсәй халҡын май айында оҙайлы ялдар көтә. 1-5 һәм 9-12 май ял көнө тип билдәләнде. Бындай мөмкинлек 5-6 ғинуарҙағы ял көндәрен һәм 23 февралде күсереү һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан.

Яҙ һәм хеҙмәт көнөндә биш көн - 1-5 май ялға тура киләсәк. Артабан өс көн - 6,7,8 май эш көндәре тип һаналасаҡ, унан һуң Еңеү көнөнә ҡарата 9-12 май йәнә ял ителәсәк.

30 апрель менән 8 май байрам алды эш көндәре булғас, һеҙ эштән бер сәғәткә иртәрәк ҡайтырға хоҡуҡлы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға