«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбиров был профессорҙы хуплармы?



03.04.2019 Радий Хәбиров был профессорҙы хуплармы?

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатыуы тураһында яҙғайныҡ. Ул үрләтелде. Изге урын буш тормай, тигәндәй, ошо арала яңы рәйестең кем буласағы асыҡланыр, моғайын.

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа БДУ-ның Хоҡуҡ институты директоры Илона Макаренконы төбәк комиссияһының хәл иткес тауышҡа хоҡуҡлы ағзаһы итеп алырға тәҡдим итте. Тап ошо ханымдың исеме ихтимал булған рәйестәр араһында бар ине ул. Хәҙер республика етәксеһе лә уны хуплаһа, көҙөн үтәсәк һайлау кампанияһын ойоштороуҙың башында Макаренко торасаҡ.

Илона Анатольевна Өфө ҡыҙы. Юридик фәндәр докторы, профессор. “Тыуған” университетына һәр саҡ тоғро булған: шунда уҡыған, шунда эшләгән.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға