«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тәпешкәгә лә аҡса етмәй...



03.04.2019 Тәпешкәгә лә аҡса етмәй...

Рәсәй статистика хеҙмәте тикшеренеүҙәр үткәреп, шундай мәғлүмәт бирҙе: баҡһаң, былтыр илебеҙҙең ҡайһы бер ғаиләләрендә теге йәки был миҙгелдә кейә торған аяҡ кейемдәре алырға аҡса еткерә алмағандар. Булыуы мөмкинме бындай хәлдең?

Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Рәсәй ғаиләләренең 52,9 процентының “көтөлмәгән сығымдарға көсө етмәй”. 53,1 проценты ҡапылғара боҙолған диванын алмаштырам тигәндә лә ауырлыҡ кисерә. Ә 35 проценты иһә, ”ғаилә ағзаһының һәр береһенә миҙгелгә тура килгән ике пар аяҡ кейеме алыу ҙа мөмкин түгел”, тигән. Тағы әллә ниндәй өшөткөс һандар миҫал итеп килтерелә. Ҡыҫҡаһы, ти Росстат, Рәсәй ғаиләләренең 79,5 проценты осон-осҡа ялғап йәшәргә мәжбүр.

Рәсәй үҫеүгә табан юлланғанда булырмы шундай хәйерселек?

Әлеге күрһәткестәр хаҡында Кремлдә лә ишеткәндәр һәм Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков, беҙҙең статистиктар был мәғлүмәтте ҡайҙан алған, тип аптырауға төшөп:

– Мин был турала фекеремде әйтә алмайым, ысын. Ни өсөн тап аяҡ кейеменә аҡса еткерә алмайҙар, ни өсөн халыҡтың өстән бер өлөшө? Росстат быны аңлатһа ине, – тигән.

Хәҙер дөрөҫлөк (?) өсөн аңлатма бир инде бына...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға