«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Һунарсы"ға һәйкәл!



03.04.2019 "Һунарсы"ға һәйкәл!

"Ниһәйәт, Маҡар ауылынан данлыҡлы башҡорт снайперы Әхәт Әхмәтйәновҡа һәйкәл әҙер!", - тип яҙа Инстаграмда Илнур Ильясов https://vk.com/art_ilnur
Әхәт Әхмәтйәнов Бөйөк Ватан һуғышында иң мәргән снайперҙарҙың береһе булып таныла. Ленинград фронтында уны ололап “Һунарсы” тип йөрөткәндәр.

Дошманын үлтереү өсөн снайпер бер пулянан артығын исраф итмәгән. “Һунарсы” ябай һалдаттарҙы түгел, ә офицерҙарҙы ғына аулаған. Уның стилен танып торған дошман: “Әхәт сыҡты!” — тип паникаға бирелеп, бер-береһенә хәбәр ебәрә һалған. Яҡшы инструктор һәм уҡытыусы булараҡ 200 самаһы егетте снайперлыҡҡа өйрәткән. Әхәт бер үҙенә 502 дошманды, ә уның өйрәнсектәре 2300 дошманды юҡ иткән!

Автор яҙыуынса, һәйкәлде урынлаштырыу өсөн ярҙам итеүселәр кәрәк. Уға Инстаграм һәм ВК аша @ilnursalavatovich #ilnursalavatovich #art_ilnur тигән хэштегтар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға