«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көслө ел спорт залы ҡыйығын алып ташлаған



03.04.2019 Көслө ел спорт залы ҡыйығын алып ташлаған

Бөгөн Башҡортостанда ғәрәсәт - унда-бында ер убыла, ел сыға.

Салауат районының Нәсибаш ауылында көслө ел мәктәптең спорт залы ҡыйығын алып бәргән. Япманың майҙаны 162 квадрат метр булған.

Ярай бер кем дә зыян күрмәгән.

Ваҡиға урынына тиҙ генә ҡотҡарыусылар, төрлө хеҙмәттәр, власть вәкилдәре килгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға