«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Съезда ҡатнашырға теләйһеңме?



03.04.2019 Съезда ҡатнашырға теләйһеңме?


Телебеҙҙең бар нескәлектәренә өйрәтеүсе, сихри әҙәбиәт донъяһына әйҙәүсе уҡытыусыларыбыҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте серҙәренә төшөндөрөүселәр хаҡында хәтирәләребеҙ менән бүлешеү ниәтенән “I бөтә Рәсәй съезы - I Всероссийский съезд” төркөмө “Бәйләнештә” селтәрендә “Минең башҡорт теле уҡытыусым!” исемле асыҡ конкурс иғлан итә!

Һәр теләгән кеше үҙ уҡытыусыһы хаҡында хәтирәһен һәм фотоһүрәтен 8 апрелгә тиклем #Минеңбашҡорттелеуҡытыусым хештегын ҡулланып, https://vk.com/event179893571 төркөмөнә тәҡдим итергә тейеш.

Ойоштороусылар күңел ҡылдарын тирбәлтерлек, йылылыҡ бөркөп торған хәтирәләр көтөп ҡала. Ғәзиз уҡытыусығыҙ хаҡында бар донъяға белдереү һәм съездың почетлы ҡунағы булыу мөмкинселеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ!






Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға