«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гармунсылар, һеҙ ҡайҙа? Әйҙәгеҙ Яңауылға!



03.04.2019 Гармунсылар, һеҙ ҡайҙа? Әйҙәгеҙ Яңауылға!

14-15 майҙа Яңауыл районында танылған режиссер Фәтих Иҡсанов иҫтәлегенә арналған гармун байрамы ойошторола. Был шәхес заманында халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын, бейеүҙәрҙе, ата-бабаларыбыҙҙың йолаларын тергеҙеүгә күп көс түккән. Конкурста тальян, гармун оҫталары, ансамблдәр һәм милли уйын ҡоралдары яһаусылар ҡатнаша ала. Ғаризалар 8 майға тиклем ҡабул ителә.

2004 йылдан башлап Яңауыл районында Фәтих Иҡсанов исемендәге призға "Моңға бай гармун байрамы" республика конкурсы үткәрелә. 2013 йылдан ул "Рәсәй мәҙәниәте" маҡсатлы федераль программаға индерелгән. Был сараға 1985 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһының ул ваҡыттағы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтих Иҡсанов нигеҙ һалған.
Мәҙәни сара инструменталь башҡарыу традицияларын, гармунда һәм башҡа уйын ҡоралдарында уйнау сәнғәтен пропагандалау һәм үҫтереү, ижади ҡарашлы йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуын арттырыу маҡсатында уҙғарыла. Уны республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Яңауыл район хакимиәте ойоштора.
Белешмәләр өсөн телефон һандары: : 8 (34760) 5-45-48





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: мәҙәниәт министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға