«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ағиҙел буйында кеше аяғы тапҡандар



03.04.2019 Ағиҙел буйында кеше аяғы тапҡандар

Ҡот осҡос табылдыҡҡа Күгәрсен районында Ағиҙел йылғаһының һул ярында 30 мартта уҡ юлыҡҡандар. Полиция хәбәр итеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙың уң аяғы кәүҙәнән сабып алынған. Үлсәмдәре - сабылған урындан 70 см оҙонлоҡта, табаны - 22 см (35-36-сы аяҡ үлсәменә тура килә).

Әле эске эштәр бүлектәренә тейешле ориентировкалар йүнәлтелгән. Хоҡуҡ һаҡлаусыларға табып алынған шәхесе билдәле һәм билдәһеҙ мәйеттәрҙе, асарбаҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы тикшерергә ҡушылған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға