«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тағын янғын, тағы үлемдәр...



03.04.2019 Тағын янғын, тағы үлемдәр...

Уҙған төндә Башҡортостанда йәнә лә утлы фажиғә теркәлде.

Стәрлетамаҡ районының Преображеновка ауылында "ҡыҙыл әтәс" ҡоторған. Янғын тураһындағы хәбәрҙе ҡотҡарыусылар сәғәт төнгө 11 тула тигәндә алғандар. Ваҡиға урынына "01", газ, полиция хеҙмәте юлланған.

68 квадрат метрлыҡ йорт янған. Ике ирҙең кәүҙәләре табылған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға