«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шишмәлә 7 метрға ер убылған



03.04.2019 Шишмәлә 7 метрға ер убылған

Был хәл кисә Шишмә районының "Аҡманай-5" баҡсасылығында йәйге йорт ихатаһында булған. Ҡотҡарыусыларға сәғәт төнгө 10 тула тигәндә шылтыратып әйткәндәр. Газ, электр хеҙмәте белгестәре, район хакимиәте вәкилдәре, ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына йүнәлгән.

Соҡор бик ҙур, оҙонлоғо 12 метр, киңлеге 7 метр, тәрәнлеге 7 метрға барып еткән. Өйҙөң соланына етеп кенә туҡтаған.

Ярай бер кем дә ҡазаланмаған, йорт та имен ҡалған. Хужалары ялдарға ғына килеп йөрөгән булған. Бөгөн соҡорҙо кире күмәсәктәр.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға