«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уурраааа! Еңеү менән, йәшел йөрәклеләр!



02.04.2019 Уурраааа! Еңеү менән, йәшел йөрәклеләр!

Уурраааа! Еңеү менән, йәшел йөрәклеләр!"Салауат Юлаев" - "Авангард!

Матч иҫәбе: 5:1
Серия иҫәбе: 2:1

"Салауат Юлаев" ниһайәт өсөнсө уйында ғына «Авангард»ты еңә алды.

«Юлаевсылар» Өфөгә ҡайтып, үҙ майҙансығының көсөн һиҙҙе. Быны бөгөнгө матчтың тәүге минуттары күрһәтте. 20 минут дауамында беҙҙең Сергеев, Кемпайнен һәм Хартикайнен "Авангард" ҡапҡаһына өс шайба сәпәне.

Ҡунаҡтар тик икенсе периодта ғына яуап ҡайтара алды. Боб Хартли командаһы һан составының боҙоу иҫәбенә күпселек алды һәм уны Денис Зерновтың ынтылышы менән тормошҡа ашырҙы - 3:1.

Аҙаҡҡы голдарҙы матч аҙағына тиклем тоттолар.

«Салауат Юлаев» (Өфө) – «Авангард» (Омск)
5:1 (3:0, 0:1, 2:0).

Голдар:
1:0 (10:53) – Артём Сергеев (Максим Майоров, Пётр Хохряков);
2:0 (14:12) – Йоонас Кемппайнен (Тему Хартикайнен, Линус Умарк);
3:0 (19:25) – Тему Хартикайнен (Линус Умарк, Филип Ларсен);
3:1 (37:08) – Денис Зернов (Дэвид Дэарне, Коди Франсон, бол.);
4:1 (58:50) – Максим Майоров (Владимир Жарков, в пустые ворота);
5:1 (59:42) – Пётр Хохряков (Дмитрий Кугрышев);

Ҡапҡасылар: Юха Метсола – Игорь Бобков.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ХК СЮ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға