«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бына һиңә яҙ!



02.04.2019 Бына һиңә яҙ!

Аңламаҫһың тәбиғәтте! Әлеге генә йылы буласаҡ, тип фаразлайҙар ине, ә хәҙер...

Республика синоптиктары һауа торошоноң боҙолоуын күҙаллай. Көслө ел сыға. Хатта киҫкен әсе ел "ябырылыуы" ихтимал. Юҡ, юҡ, япраҡ еленә алы-ыҫ әле. 3 апрелдә болотло буласаҡ. Көндөҙ йылылыҡ 4 градустан да артмаҫ.
Өҫтәүенә, алдан хәбәр итеүебеҙсә, рашҡы ла "килә ята". Айырыуса Башҡортостандың көньяғында еңелсә боҙлауыҡ, еүеш ҡарҙың электр сымдарына, ағастарға һырыуы бар. Юлдарҙа - томан.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға