«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әтнәләр спектакленә барайыҡ!



02.04.2019 Әтнәләр спектакленә барайыҡ!

Ғабдулла ТУҠАЙ исемендәге ӘТНӘ ДӘҮЛӘТ ДРАМА ТЕАТРЫ үҙ тарихында беренсе тапҡыр Өфө сәхнәһендә сығыш яһай!
Был ижад миҙгелендә үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдләйәсәк театр коллективы 4 апрелдә Шәриф Хөсәйеновтың "Әсәйемдең аҡ күлдәге" драмаһы менән тарихи ваҡиғаны билдәләй. Спектакль Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә ҡуйыла. Тамашаның режиссеры Рәмил Фазлыев, композиторы Марат Әхмәтшин.

Әйткәндәй, был театр дәүләт статусы алған берҙән бер район театры. Унда данлыҡлы башҡорт драматургы Флорид Бүләковтың "Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?" спектакле һигеҙ йылдан ашыу бара.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: театр сайты


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға